20 Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды,
– Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн
һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте.
Йеһоахаз ата-бабалары кеүек үк Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Йеһояҡим да, ата-бабалары кеүек, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Сидкияһ та, Йеһояҡим кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Йеһояхин да, атаһы һымаҡ, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Эй гонаһлылар быуыны, атайҙарығыҙға оҡшап, хәҙер һеҙ Раббының Исраилға асыуын тағы ла нығыраҡ ҡабартаһығыҙ.
Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!
– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.