Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 21:2 - Изге Яҙма

2 Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 21:2
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, әммә Исраилдың үҙенә тиклемге батшалары һымаҡ уҡ булманы.


– Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн


Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.


Амон, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды,


һәр эштә атаһының юлын ҡыуып, атаһы хеҙмәт иткән боттарға табынды, уларға хеҙмәт итте.


Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер.


Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.


Йеһоахаз ата-бабалары кеүек үк Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Йеһояхин да, атаһы һымаҡ, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.


Аҡыл һуғыш ҡоралынан яҡшыраҡ. Ләкин гонаһлы бер әҙәм күп яҡшылыҡты юҡҡа сығара ала.


Мин дә Үҙ юлымды һайлайым: Уларҙы ғазапҡа дусар итәм, Ниҙән ҡурҡһалар, шуны баштарына ебәрәм. Сөнки Мин саҡырғанда яуап ҡайтарыусы булманы, Мин һөйләгәндә тыңламанылар, Мин яман һанағанды эшләнеләр, Мин хуп күрмәгәнде һайланылар».


Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.


Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, сөнки һеҙ ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, ҡанундарымды һаҡламанығыҙ, әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса йәшәнегеҙ».


Самария һин ҡылған гонаһтарҙың яртыһын да эшләмәне. Әшәкелектә һин уларҙан арттырып ебәрҙең. Ҡылған ҡәбәхәтлектәрең алдында апайың менән һеңлең тоғрораҡ булып күренде.


Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй, үҙенең эсендә ҡан түгеп, һәләкәтен яҡынайтҡан, боттар яһап, үҙен нәжесләгән ҡала!


Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ