16 Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.
– Йәһүҙә батшаһы Менашше был ерәнгес эштәрҙе ҡылғаны, үҙҙәренән алда йәшәгән әмөриҙәрҙән дә уҙҙырып, күп әшәкелектәр эшләгәне, боттарға табындырып, Йәһүҙә халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн
Сөнки улар Мин хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, ата-бабалары Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем был халыҡ Мине асыуландырҙы».
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер.
Әммә ул Исраилды гонаһҡа батырған Яровғам Неват улының яман эштәрен дауам итте, уларҙан баш тартманы.
Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар.
– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.
Раббы алты нәмәгә нәфрәтләнә, Ул ете нәмәнән ерәнә. Былар:
тәкәббер ҡараш, ялғансы тел, ғәйепһеҙҙең ҡанын ҡойған ҡулдар,
Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.
Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.
Итәктәрең бер ғәйепһеҙ үлтерелгән Ярлы әҙәмдәрҙең ҡанына бысранған. Ә бит һин уларҙы бурлыҡ өҫтөндә тотманың. Әммә, шуға ҡарамаҫтан,
Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым.
килмешәкте, етемде һәм тол ҡатынды йәберләмәһәгеҙ, был урында ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түкмәһәгеҙ, башығыҙға бәлә алып, сит илаһтарға табынмаһағыҙ,
– Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер.
Түккән ҡаның арҡаһында ғәйепкә тарының, яһаған боттарың менән үҙеңде нәжесләнең һәм яза көнөңдө яҡынайттың, йылдарыңдың ахырына еттең. Шуға күрә һине ҡәүемдәргә мәсхәрәгә бирермен, бөтә илдәрҙең күҙ алдында көлкөгә ҡаласаҡһың.
Әммә тәҡүә кешеләр уларҙы хөкөм итәсәк. Зина иткән, ҡан түккән ҡатындарға бирелә торған яза менән хөкөм итәсәктәр уларҙы. Сөнки был ике ҡатын зина ҡылды, уларҙың ҡулдары ҡанлы.
– Исраил һәм Йәһүҙә йортоноң гонаһы ифрат ҙур, – тине Ул миңә. – Был ер ҡанға батҡан, ҡала ғәҙелһеҙлек менән тулы. Улар: «Раббы был илде ташланы, Раббы күрмәй», – тиҙәр.
Үҙегеҙ йәшәгән ерҙе нәжесләмәгеҙ, сөнки ҡан ерҙе нәжесләй, ерҙе бары тик ҡан ҡойоусының ҡаны менән генә пакландырып була.
Баш ҡаһиндар тәңкәләрҙе йыйып алып: – Быларҙы Алла йорто ҡаҙнаһына һалырға ярамай, сөнки улар ҡан өсөн түләнгән хаҡ, – тинеләр.
Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш бәреп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!
Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.