15 Сөнки улар Мин хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, ата-бабалары Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем был халыҡ Мине асыуландырҙы».
Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.
Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.
Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.
Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.
«Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, – тип белдерә Раббы. – Боттарығыҙ менән Мине асыуландырып, үҙ башығыҙға бәлә килтерҙегеҙ».
Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.
Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.
Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде һанламаны. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.
Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Аталарығыҙ һымаҡ һеҙ ҙә үҙегеҙҙе нәжесләмәйһегеҙме? Уларҙың ерәнгес боттары артынан эйәреп зина ҡылмайһығыҙмы?
Хөкөм ҡылаһыңмы уларға, эй әҙәм улы, дәғүәләшәһеңме улар менән? Аталарының ерәнгес эштәрен һөйләп бир уларға.
Улар Мысырҙа фәхешлек иттеләр, йәш ваҡыттарынан фәхешлек юлына баҫтылар. Шунда уларҙың түштәрен тызынылар, ғиффәтле имсәктәрен һыйпанылар.
Эй бөйөк Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.
Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?
Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.
Ә яһаған гонаһ әйберегеҙҙе – һеҙ ҡойоп яһаған үгеҙ башмаҡ һынын алып утта яндырҙым, уны ваттым да, туҙанға әйләнгәнсе онтаным. Шунан ул саңды тауҙан сыҡҡан ағын һыуға һиптем.