Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 21:14 - Изге Яҙма

14 Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 21:14
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.


Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе.


Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.


Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр.


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Самария менән Ахав нәҫелен нисек язалаһам, Йәрүсәлимде лә шулай язалайым. Нисек һауытты һөртөп, түңкәреп ҡуялар, Мин дә тап шулай итеп Йәрүсәлимде һөртөп, түңкәреп ҡуясаҡмын.


Сөнки улар Мин хуш күрмәгән ғәмәлдәр ҡылды, ата-бабалары Мысырҙан сыҡҡан көндән башлап бөгөнгә тиклем был халыҡ Мине асыуландырҙы».


Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам.


Раббы, Үҙенең ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша әйткәндәренә ярашлы, Йәһүҙәне юҡ итер өсөн уға ҡаршы Халдей, Арам, Моав, Ғаммон баҫҡынсыларын ебәрҙе.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Йырсылар етәксеһенә: «Һәләк итмә» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе. Йыр.


Ашшурҙы аллаһыҙ ҡәүемгә ҡаршы ебәрәм, Асыуымды ҡабартҡан халыҡҡа һөжүм итергә, Таларға һәм яумал итеп алырға, Урам балсығы һымаҡ тапарға әмер бирәм.


«Мин ил-йортомдо ташланым, Үҙ биләмәмдән баш тарттым; Һөйгән халҡымды дошмандары ҡулына бирҙем.


Бына ошо урында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең ниәттәрен бушҡа сығарасаҡмын. Уларҙы дошмандарының ҡылысына тапшырам – үлемдәрен көҫәгәндәрҙең ҡулынан һәләк буласаҡтар. Мәйеттәрен һауалағы ҡоштарға һәм ерҙәге йәнлектәргә емтек итеп бирәсәкмен.


Эй Йермеяһ, был халыҡ араһынан берәйһе, пәйғәмбәр йәки ҡаһин һинән: «Раббы беҙгә был хәбәрҙе ебәреп, нимә йөкмәтмәксе икән?» – тип һораһа: «Раббы: „Һеҙ үҙегеҙ Миңә йөк. Мин һеҙҙе алып ташлаясаҡмын!“ – тип белдерә», – тиерһең.


Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.


Хазина-байлығын талар өсөн, Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


Ниңә беҙҙе ташланың шулай оҙаҡҡа? Ни өсөн беҙҙе бөтөнләйгә оноттоң?


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Ғиффәтле ҡыҙ Исраил йығылды, Башҡаса ул тора алмаясаҡ. Үҙ тупрағында ташландыҡ хәлдә, Уны күтәреп торғоҙоусы юҡ.


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.


Шул саҡ уларға асыуым ялҡынланыр һәм Мин, уларҙы ташлап, йөҙ сөйөрөрмөн. Улар башҡаларға ем булыр, баштарына һанһыҙ михнәт-ҡайғылар ябырылыр һәм яза көнөндә: «Был бәләләр башыбыҙға Аллабыҙ беҙҙең менән булмаған өсөн төштө», – тип әйтерҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ