Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 21:12 - Изге Яҙма

12 Исраил Аллаһы Раббы: «Йәрүсәлим менән Йәһүҙәнең башына шундай һәләкәт ебәрәм, хатта ул турала ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар, – тип белдерә. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 21:12
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә Йәһүҙә батшаһы уҡыған китапта яҙылған бөтә һүҙҙәргә ярашлы бәлә-ҡаза ебәрәм.


Ерҙе унда йәшәүселәр нәжесләне, Сөнки улар ҡанундарҙы һанға һуҡманы, Ҡағиҙәләрҙе аяҡ аҫтына һалды, Мәңгелек килешеүҙе боҙҙо.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.


Раббы Хаким былай ти: «Бына, бәлә артынан бәлә! Дәһшәтле бәлә килә.


Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Раббы Шемуилға былай тине: – Бына Мин Исраилда шундай бер эш ҡылмаҡсымын: уның хаҡында ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ