21 Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушылды, уның урынына улы Менашше батша булды.
Сөләймән вафат булып, ата-бабалары хозурына күскәс, атаһы Дауыт ҡалаһында ерләнде. Уның урынына тәхеткә улы Рехавғам ултырҙы.
Рехавғам үлеп, ата-бабалары хозурына күскәс, Дауыт ҡалаһында аталары янында ерләнде. Әсәһе ғаммон ҡыҙы Нағама ине. Рехавғам урынына тәхеткә улы Авиям ултырҙы.
Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.
Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһенең исеме Хефсиба ине.
Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм һарайы янындағы Ғузза баҡсаһында ерләнде. Уның урынына улы Амон батша булды.
Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше,
Ғуззияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны батша төрбәләре эргәһендә, батшаларҙыҡы булған ҡырҙа ата-бабалары янында ерләйҙәр, сөнки уны, ул махаулы, тиҙәр. Уның урынына улы Йоҫам батша була.
Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.