20 Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Асаның барлыҡ ғәмәлдәре, батырлыҡтары, ул төҙөгән ҡалалар «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Өлкәнәйгәс, Аса аяҡтары ауыртыуҙан яфаланды.
Авиямдың ҡалған ғәмәлдәре барыһы ла «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған. Авиям менән Яровғам араһында һуғыш дауам итте.
Пеҡахъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ғазаръяһтың башҡа ғәмәлдәре «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Ахаздың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.
Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йеһорамдың ҡалған бөтә ғәмәлдәре тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә.
үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була.
Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән.
Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр.
Шунан Шишмә ҡапҡаһына һәм Батша быуаһына килдем. Әммә унда һыбай сығырлыҡ урын булмағанлыҡтан,
Артабан Дауыт ғаиләһенең төрбәләре ҡаршыһына, ҡаҙылған быуаға һәм Батырҙар йортона тиклемге урынды Бейт-Сур биҫтәһенең яртыһы менән идара иткән Ғазбук улы Нөхәмияһ төҙәтте.