17 Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.
Шунда Ишағыяһ былай тине: – Раббының әйткәненә ҡолаҡ һал.
Раббының быға тиклем әйткәндәренә ярашлы, Навуходоносор Раббы ҡорамындағы һәм батша һарайындағы бөтә хазиналарҙы Бабилға оҙатты, Исраил батшаһы Сөләймәндең Раббы ҡорамы өсөн яһатҡан бөтә алтын һауыттарын киҫәктәргә тураҡланы.
Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.
Бабил батшаһы Алла ҡорамындағы бөтә һауыт-һабаны – ҙурҙарын да, бәләкәйҙәрен дә – ҡорамдағы хазиналарҙы, батша менән уның түрәләренең хазиналарын Бабилға алып ҡайтып китә.
Был ҡаланың бөтә байлығын – барлыҡ ҡаҙанышын, ҡиммәтле әйберҙәрен, Йәһүҙә батшаларының хазиналарын – дошмандарының ҡулына бирәм. Уларҙы талап алып Бабилға алып китәсәктәр.
Тиҫкәре тәкәбберлегегеҙҙе һындырырмын, күгегеҙ тимер, ерегеҙ баҡыр һымаҡ булыр.