Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 20:14 - Изге Яҙма

14 Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйне? – тип һораны. – Алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 20:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.


– Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.


Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Иғтибарлы ҡолаҡҡа аҡыллы кешенең шелтәһе алтын алҡа, саф алтын биҙәүес кеүек.


Улар алыҫ илдән, күк көмбәҙенең ситенән килә: Раббы һәм Уның асыуының ҡоралы Бөтә ер йөҙөн тар-мар итәсәк.


Бабилдар менән бөтә халдейҙарҙы, Пеҡод, Шоағ һәм Ҡоағ халҡын, барлыҡ ашшурҙарҙы, матур егеттәрҙе – улар барыһы ла түрәләр, етәкселәр, ғәскәр башлыҡтары, мәшһүр әҙәмдәр, атлылар – һиңә ҡаршы күтәрәсәкмен.


Алла Билғам эргәһенә килде лә һораны: – Яныңдағы кешеләр кемдәр ул?


Раббы алыҫтан, донъяның икенсе осонан, бер ҡәүем ебәрер. Һеҙ телен аңламаған, өлкәндәрҙе хөрмәт итә, кеселәрҙе йәлләй белмәгән аяуһыҙ ул халыҡ ҡанаттарын йәйгән бөркөт һымаҡ өҫтөгөҙгә килеп ябырылыр.


Улар Йушағ янына, уның Гилгалдағы тупламына ошо рәүешле килделәр ҙә Йушағ менән исраилдарға: – Беҙ йыраҡ илдән килдек, – тинеләр. – Беҙҙең менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгөҙ.


Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ