7 Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән иллеһе уларҙың артынан эйәрҙе һәм, Иорданға яҡынлашҡас, алыҫтараҡ туҡтаны. Ильяс менән Ильясиғин иһә йылға ярына килеп баҫты.
Хакимыма, Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен үлтерткән ваҡытта уларҙың йөҙөн, иллешәр-иллешәрҙән ике мәмерйәгә йәшергәнем, икмәк, һыу биреп торғаным хаҡында һөйләмәнеләрме ни?
Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен ҡырған саҡта, Ғовадъяһ йөҙ пәйғәмбәрҙе иллешәрләп-иллешәрләп ике мәмерйәгә йәшерҙе һәм икмәк, һыу менән тәьмин итеп торҙо.
Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән булған берәү Раббы ихтыяры буйынса иптәшенән: – Миңә берҙе һуҡ әле, – тип үтенде. Әммә иптәшенең уға һуҡҡыһы килмәне.
Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.
– Беҙ фәҡирҙәрең араһында бик көслө илле кеше бар, – тине улар. – Хакимыңды эҙләп килергә рөхсәт итһәң ине. Бәлки, Раббы Рухы уны берәй тауға йәки үҙән буйына алып барып ҡалдырғандыр. – Юҡ, йөрөмәһендәр, – тип яуапланы Ильясиғин.
Әммә улар үтә ныҡ өгөтләгәс, Ильясиғин ризалыҡ бирергә мәжбүр булды. – Ярар, барһындар, – тине. Илле кешене ебәрҙеләр. Улар өс көн буйы Ильясты эҙләне, әммә таба алманы.
Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.
– Имен-аман, – тип яуапланы хеҙмәтсе. – Тик хужамдың бер үтенесе бар. Әфраим таулығындағы пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән ике егет килгән. Шуларға бер талант көмөш менән икешәр алмаш кейем бирмәҫһеңме?
Бер көндө пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға: – Һинең ҡатарыңда йәшәгән урыныбыҙ бик бәләкәй.
Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –
Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.
Шунан һуң пелештиҙәрҙең һаҡсы ғәскәре торған Алла Гивғаһына килеп етерһең. Ҡалаға ингәс, лира, дөңгөр, һыбыҙғы, арфа тауыштары аҫтында табыныу ҡалҡыулығынан пәйғәмбәрлек итеп төшөп килгән бер төркөм пәйғәмбәрҙәрҙе осратырһың.