Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 2:6 - Изге Яҙма

6 Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Иорданға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп артабан киттеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 2:6
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул ҡорбан яндыра торған утынды алып, улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар.


– Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, – тине Ибраһим. Икәүләшеп ары киттеләр.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин бында ҡал, Раббы мине Бейт-Илгә ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп Бейт-Илгә киттеләр.


Әммә малайҙың әсәһе Ильясиғинға: – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән башҡа бынан аҙым да баҫасағым юҡ, – тине. Шунан Ильясиғин уның артынан юлға сыҡты.


Ураҡ өҫтө ине. Иордан йылғаһы ярҙарынан сығып ташҡан. Ләкин һандыҡты күтәреп килгән ҡаһиндар, Иорданға килеп етеп, аяҡтарын һыуға тейҙереү менән,


Килешеү һандығын күтәреп барған ҡаһиндарға Иордан һыуына аяҡ баҫыу менән туҡтарға ҡуш, – тине.


Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.


– Эй хакимым! Ғүмерең менән ант итәм, хакимым, – тине Ханна. – Яныңда тороп Раббыға ялбарған ҡатын мин.


Әммә Дауыт ант итеп: – Һинең мине хуш күргәнеңде атайың бик яҡшы белә. Шуға күрә: «Был хаҡта Йонаҫан һиҙмәһен, юғиһә көйәләнер», тип уйлай. Әммә тере Раббы ла, һин дә шаһит: минең менән әжәл араһында тик бер аҙым ғына, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ