22 Нәҡ Ильясиғин әйткәнсә булды: һыу бөгөнгө көнгә тиклем пак һәм тап-таҙа тора.
Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».
Йерихо ҡалаһынан сығып Бейт-Илгә юлланған Ильясиғинға бер төркөм бала-саға тап булды. Улар пәйғәмбәрҙе: – Таҙ баш, кит бар бынан, таҙ баш! – тип үсекләй башланы.