21 Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».
– Өр-яңы сеүәтә алып килегеҙ, уның эсенә тоҙ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. Сеүәтәгә тоҙ һалып килтерҙеләр.
Нәҡ Ильясиғин әйткәнсә булды: һыу бөгөнгө көнгә тиклем пак һәм тап-таҙа тора.
Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан: – Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине. Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны.
– Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты.
Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма.
Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.
Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.
Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙҙе лә шуны һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө. Шунан уға:
Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде.