19 Йерихо халҡы Ильясиғинға: – Хакимыбыҙ, үҙең күреп тораһың, ҡалабыҙ ултырған урын бик уңайлы, тик һыуы насар ҙа тупрағы уңдырышһыҙ, – тип зарланды.
Ахав батшалыҡ иткән осорҙа, Бейт-Илдән Хиел тигән кеше Йерихо ҡалаһын ҡайтанан төҙөттө. Хиел ҡала нигеҙен өлкән улы Авирамдың йәне хаҡына, ҡапҡаларын төҙөгәндә кесе улы Сегувтың йәне хаҡына төҙөнө. Шулай итеп, Раббының Нун улы Йушағ аша белдергән һүҙҙәре бойомға ашты.
Хакимыма, Изевел Раббының пәйғәмбәрҙәрен үлтерткән ваҡытта уларҙың йөҙөн, иллешәр-иллешәрҙән ике мәмерйәгә йәшергәнем, икмәк, һыу биреп торғаным хаҡында һөйләмәнеләрме ни?
Юлда китеп барған Ғовадъяһҡа Ильяс осраны. Ғовадъяһ, пәйғәмбәрҙе танып, йөҙтүбән ергә ҡапланды. – Был ысынлап та һинме, хакимым Ильяс? – тип һораны.
Шунан Йерихола ҡалған Ильясиғин янына ҡайттылар. – Мин һеҙгә, йөрөмәгеҙ, тип әйткәйнем бит, – тине уларға Ильясиғин.
– Өр-яңы сеүәтә алып килегеҙ, уның эсенә тоҙ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. Сеүәтәгә тоҙ һалып килтерҙеләр.
Мараға килеп еткәс тә эсә алманылар – һыу ауыҙға алғыһыҙ әсе ине. Шуның өсөн дә был ер Мара, йәғни әсе тип атала.
Шул саҡта һин йәшәгән ерҙә балаһы төшкән, түлһеҙ ҡалған бер ҡатын да булмаҫ. Мин һиңә оҙон ғүмер бирермен.
Раббы былай тип дауам итте: – Һарунға әйт: «Таяғыңды күтәр ҙә Мысыр һыуҙары – йылғалары, арыҡтары, күлдәре, һәр төрлө һыу ятҡылыҡтары өҫтөнә һуҙ», – тигән. Уларҙағы һыу ҡанға әйләнер. Бөтөн Мысыр ерендә – хатта ағас һауыттарҙа ла, таш һауыттарҙа ла ҡан булыр.
Эй Раббым, уларға әжерен бир, Бала яралмай торған түлһеҙ ҡарын, Һөтһөҙ күкрәк бир.
Мусаға ул былай тип ялбарҙы: – Хакимым минең! Беҙҙе алйотлоғобоҙ арҡаһында ҡылған гонаһыбыҙ өсөн язалама!
Раббы ата-бабаларығыҙға ант итеп һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән ерҙә һәр йәһәттән бәрәкәт бирер: балаларығыҙ күп, малдарығыҙ ишле, тупрағығыҙ мул уңышлы булыр.
Яҡшы етәкселек иткән өлкәндәрҙең, бигерәк тә һүҙе менән дә, өйрәтеүҙәре менән дә ауыр эш башҡарыусыларҙың хеҙмәте икеләтә баһаланһын.
Әммә һеҙ һаҡ булығыҙ, Раббыға бағышланып харам ҡылынған әйберҙәрҙең береһенә лә ҡул һонмағыҙ, уларҙы ала күрмәгеҙ. Юҡһа Исраил халҡының тупламына ҡарғыш төшөр һәм барыһын да бәлә-ҡазаға дусар итерһегеҙ.
Раббы Йушағ менән бергә булды, һәм Йушағтың даны бөтә илгә таралды.