Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 2:14 - Изге Яҙма

14 – Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 2:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Ильястың өҫтөнән төшөп ҡалған ябынсаһын алды ла, боролоп, Иордан йылғаһы ярына килеп баҫты.


– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.


Сөнки Һин минең ҡәлғәмһең, Аллам; Ниңә һуң мине ситкә тибәрҙең? Ни өсөн дошмандарымдың иҙеүенән Иңрәп ҡайғы-хәсрәткә баттым?


Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо.


Улар: „Беҙҙе Мысырҙан сығарған, Сүлдә, үлем күләгәһе хөкөм һөргән, Кеше аяғы баҫмаған, Һис бер әҙәм йәшәмәгән, Ҡоролоҡтан ярғысланған ерҙә Беҙгә юл күрһәткән Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманылар.


Ҡаһиндар – Раббы хеҙмәтселәре – илап, Ҡорамдың айуаны менән ҡорбан усағы араһында: „Йә Раббы, халҡыңды йәллә, – тип ялбарһын. – Үҙ биләмәңде хурлыҡҡа төшөрмә, Сит ҡәүемдәрҙең көлкөһөнә ҡалдырма. ‘Ҡайҙа уларҙың Аллаһы?’ – тимәһендәр“».


Ә шәкерттәре, юлға сығып, бөтә ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп йөрөнө. Раббы уларға ярҙам итеп торҙо, һөйләгәндәрен илаһи билдәләр менән раҫланы.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Миңә инанған кеше Мин башҡарған эштәрҙе, хатта уларға ҡарағанда ҙурыраҡтарын да башҡарыр, сөнки Мин Атам янына китәм.


Шулай итеп, Ул Алланың уң яғына күккә олғашты һәм, Атаһы вәғәҙә иткән Изге Рухты алып, Уны беҙгә яуҙырҙы. Һеҙ әле тап шуны күрҙегеҙ һәм ишеттегеҙ.


Быға Гидғон: – Эй хакимым, Раббы беҙҙең менән икән, ниңә беҙ был көнгә төштөк? Уның ата-бабаларыбыҙ һөйләгән хикмәттәре ҡайҙа? Улар бит: «Раббы беҙҙе Мысырҙан алып сыҡты», – тип һөйләй торғайны. Хәҙер килеп Раббы беҙҙе ташланы, беҙҙе мидйәндәр ҡулына биреп ҡуйҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ