13 Шунан Ильястың өҫтөнән төшөп ҡалған ябынсаһын алды ла, боролоп, Иордан йылғаһы ярына килеп баҫты.
Ильяс бынан китте һәм Шафат улы Ильясиғинды барып тапты. Ильясиғин ун ике пар үгеҙ егеп ер һөрөп йөрөгәндәр араһында булып, ун икенсе пар үгеҙ артынан бара ине. Ильясиғин эргәһенән үтеп барышлай, Ильяс ябынсаһын уның яурынына ябып китте.
Сөләймән батша Эдом ерендә, Ҡамышлы диңгеҙ буйында, Элаҫ эргәһендәге Ғәсйон-Ғәвәрҙә караптар эшләтте.
Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.
– Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.
Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты.
Уларҙы таш менән бәреп үлтерәләр, кәүҙәләрен урталай бысалар, ҡылыстан үткәрәләр. Улар һарыҡ йә кәзә тиреһе ябынып йөрөй, баштары мохтажлыҡтан сыҡмай, уларҙы эҙәрлекләйҙәр, туҡмайҙар.
– Ҡиәфәте ниндәй? – тип һораны Шаул. Ҡатын: – Оҙон сапанға төрөнгән өлкән бер кеше өҫкә сығып килә, – тине. Шаул уның Шемуил икәнен аңланы ла йөҙтүбән ергә ҡапланды.