11 Улар һөйләшә-һөйләшә китеп бара ине, ҡапыл ялҡынлы аттар егелгән ут арбаһы пәйҙә булды ла уларҙы бер-береһенән айырҙы. Ильяс өйөрмәлә күккә ашты.
ғүмере буйы ул Алла юлында йөрөнө. Шунан Ханох юҡ булды, сөнки Алла уны Үҙ янына алды.
Раббының Ильясты өйөрмә эсендә күккә алыр ваҡыты еткәндә, Ильяс менән Ильясиғин Гилгалдан сығып баралар ине.
Шунан: – Йә Раббы, хеҙмәтсемдең күҙен ас, күрһен, – тип доға ҡылды. Раббы хеҙмәтсенең күҙен асты. Егет ҡараһа, ни күрә: Ильясиғиндың эргәһендәге тау утлы аттар һәм яу арбалары менән ҡапланған.
Яуап ҡайтар миңә, Раббы, Сөнки тоғро мөхәббәтең изге. Оло мәрхәмәтең менән йөҙөңдө бор миңә табан!
Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы? Асыуың ағын һыуғамы? Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы? Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме?
Эй баш ҡаһин Йеһошуағ, һин һәм ҡаршыңда ултырған хеҙмәттәштәрең, тыңлағыҙ! Сөнки һеҙ – киләсәктә буласаҡ ваҡиғаларҙың билдәләре. Мин Үҙемдең ҡоломдо – Үҫентемде алып киләсәкмен.
Шулай тигәндән һуң, Раббы Ғайса күккә алынып, Алланың уң яғына ултырҙы.
Фәрештәләрҙең бөтәһе лә ҡотолоуға эйә буласаҡ заттарға хеҙмәт итергә ебәрелгән хеҙмәтсе рухтар түгелме ни?
Шаһиттар күктән көслө тауыштың: – Бында күтәрелегеҙ, – тип әйтеүен ишеттеләр. Улар болотта күккә күтәрелде, ә дошмандары уларға ҡарап торҙо.