Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 19:7 - Изге Яҙма

7 Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 19:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.


Килгән юлынан боролоп китер, Был ҡалаға кермәҫ, – тип белдерә Раббы. –


Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,


Раббы Үҙенең фәрештәһен ебәрә, ул Ашшур батшаһы ғәскәрендәге барлыҡ батырҙарҙы, ғәскәр башлыҡтарын һәм түрәләрҙе ҡырып сыға. Ашшур батшаһы, хурлыҡҡа ҡалып, үҙ еренә кире ҡайтып китә. Үҙ илаһының йортона килгәс, уны үҙ улдары ҡылыс менән сәнсеп үлтерә.


Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.


Улар Алланың һулышынан юҡ була, Нәфрәтенең еле уларҙы һепереп түгә.


Әйтер Раббы: «Инде сара күрермен, Йәберләнгән ярлыларға, ыңғырашҡан меҫкендәргә Үҙҙәре теләгән именлекте бирермен».


Мөхәббәтең хаҡына, эй Алла, ҡыҙған мине, Сикһеҙ рәхим-шәфҡәтеңә күрә яҙыҡ эштәремде юйып ташла.


Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.


Раббынан бер хәбәр алдым. «Тупланығыҙ ҙа Эдомға ҡаршы Һуғышҡа күтәрелегеҙ!» Быны әйтергә ҡәүемдәр араһына илсе ебәрелгән.


Раббы былай ти: «Бына Мин Бабилда һәм Лев-Ҡамайҙа йәшәүселәргә ҡаршы Һәләкәтле ғәрәсәт ҡуптарам.


Йөрәгегеҙ ҡалтырап төшмәһен, Ерҙә йөрөгән хәбәрҙәрҙән ҡурҡмағыҙ, Бер йыл бер хәбәр килер, киләһе йылға – икенсе. „Аяуһыҙлыҡ ерҙә хөкөм һөрә, Хаким хакимға ябырыла!“


Ғовадъяһҡа иңдерелгән күренмеш. Раббы Хакимдың Эдом тураһында әйткәне. Раббынан бер хәбәр ишеттек беҙ: «Ҡуҙғалығыҙ, Эдомға һуғыш башлайыҡ!» Быны иғлан итер өсөн, Ҡәүемдәр араһына илсеһен ебәргән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ