3 Тегеләр барып Ишағыяһҡа: – Хизкияһ: «Бөгөн ҡайғы, яза һәм мәсхәрә көнө. Сабый тыуымға килгән, әммә тыуҙырырға хәл ҡалмаған.
Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ.
Батша һарайы башлығы Әлъяҡимды, кәтип Шевнаны, өлкән ҡаһиндарҙы Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәргә ебәрҙе. Барыһы ла ҡыл туҡымаға уранғайны.
Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.
Күңелемдә йәшермәнем хаҡлығыңды, Тоғролоғоң, ҡотҡарыуың хаҡында һөйләнем, Тоғролоҡ менән мөхәббәтеңде Бөйөк йыйындан мин йәшермәнем.
Раббының данлы исемен ололағыҙ, Саҙаҡалар алып ихатаһына инегеҙ!
Тыуымға килтереп еткерҙем дә Тыуҙырырға ярҙам итмәмме ни? – ти Раббы. – Тыуҙырырға ярҙам иткән Мин Йөктән ҡотолорға ирек бирмәмме? – ти Аллаң.
Тулғаҡ мәле еткәс, Ул – аҡылһыҙ бала! – Тыуымға килеп етә алмайса аҙаплана.
Шунан китәм, Үҙемдең урыныма ҡайтам – Ғәйептәрен танығансы, Хәсрәткә батып Мине эҙләргә, Ихласлап эҙләргә тотонғансы».