24 Сит ерҙәрҙә ҡоҙоҡ ҡаҙҙым, һыуҙар эстем; Аяҡ табандарым менән Мысыр йылғаларын ҡороттом“, – тинең.
Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө.
Әгәр инде ул берәй ҡалаға инеп йәшенә ҡалһа, ул сағында бөтә Исраил арҡан алып шул ҡалаға килер. Шунда барыбыҙ бергәләп ҡаланы ауҙарырбыҙ, бер бөртөк ташын да ҡалдырмай үҙәнгә һөйрәп төшөрөрбөҙ.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“
Уның канауҙары һаҫыр, Ҡушылдыҡтары һайығып кибер. Ҡамыш менән күрән шиңер.
Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре – бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.