Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 19:21 - Изге Яҙма

21 Раббы уның тураһында ошо һүҙҙәрҙе әйтте: Ғиффәтле Сион-ҡыҙ һинән мыҫҡыл итеп көлә; Йәрүсәлим-ҡыҙ артыңдан баш сайҡап ҡала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 19:21
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ минең урынымда булһағыҙ, Мин дә һеҙҙең кеүек һөйләр инем; Аҡыллы ҡиәфәт менән баш сайҡап, Һеҙгә ҡаршы тәнҡит теҙер инем;


Минең туралағы ниәттәрен Ғәмәлгә ашырыр Раббы. Һинең тоғро мөхәббәтең мәңгелек, йә Раббы, Үҙ ҡулыңдың ижадынан ваз кисмә!


Батша кәләше бар гүзәллегендә – үҙ бүлмәһендә, Кейемдәре алтын менән нағышланған.


Ҡыҙған мине, Раббы! Алып кит Һин мине үлем ҡапҡаһынан, Миңә нәфрәт тотҡандарҙан Күргән ғазабыма ҡара!


Сион-ҡыҙ – йөҙөм баҡсаһындағы әүеҫлек, Йәшелсә баҫыуындағы ҡыуыш, Ҡамауҙағы ҡала һымаҡ ҡалды.


Эй Таршиш-ҡыҙ, үҙ ереңдән ағын Нил һымаҡ үт, Бүтән ҡаршылыҡ юҡ.


«Эй мәсхәрә ителгән ғиффәтле Сидон-ҡыҙ, Бүтән кәйеф-сафа ҡора алмаҫһың! Тор, Киттимгә юллан, Тик унда ла тынғылыҡ тапмаҫһың».


«Эй ғиффәтле Бабил-ҡыҙ, Урыныңдан төш, тупраҡҡа ултыр. Халдей ҡыҙы, тәхетең юҡ, ергә ултыр! Бынан ары һине наҙлы, нәфис тип әйтмәҫтәр.


Раббы былай ти: «Халдей ҡыҙы, Ҡараңғыға олаҡ та шым ғына ултыр. Сөнки бынан ары һине „Батшалыҡтар хакимәһе“ тип йөрөтмәҫтәр.


Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡәүемдәр араһында һораштырығыҙ, Бындай хәлде берәйһенең ишеткәне бармы? Ғиффәтле ҡыҙ Исраил ерәнгес бер эш ҡылды.


Һине ҡабаттан төҙөрмөн, Һин яңынан төҙөлөрһөң, ғиффәтле ҡыҙ Исраил! Йәнә дөңгөрөңдө ҡулыңа алырһың, Ҡыуанып бейеүселәргә ҡушылырһың.


Эй һин, ғиффәтле ҡыҙ Мысыр, Ғилғәдкә барып, бәлзәм ал! Тик бушҡа ғына дауаланаһың, Һинең сиреңә шифа юҡ!


Диуарҙарым эсендәге ҡаһармандарымды – Һәммәһен дә бөйөк Хаким ситкә типте. Йәш егеттәремде ҡырыр өсөн, Миңә ҡаршы ғәскәр йыйҙы. Бөйөк Хаким ғиффәтле ҡыҙ Йәһүҙәне Йөҙөм иҙгән һымаҡ тапаланы.


Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ? Һине нимә менән сағыштырайым? Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион? Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән, Кем генә һине дауалай алыр?


Яныңдан үткәндәр бот сабып аптырар, Мыҫҡыллап һыҙғырып ҡуйыр: «Бөтә донъяның шатлығы, Гүзәллек өлгөһө булған ҡала ошомо?» – тип, Йәрүсәлим-ҡыҙға ҡарап башын сайҡар.


Эй Ғус ерендә йәшәгән Эдом-ҡыҙ! Шатлан һәм күңел ас! Тик Раббының асыу туҫтағынан һин дә эсерһең, Иҫереп шәрә ҡалырһың.


Ғиффәтле ҡыҙ Исраил йығылды, Башҡаса ул тора алмаясаҡ. Үҙ тупрағында ташландыҡ хәлдә, Уны күтәреп торғоҙоусы юҡ.


Ә һин, эй көтөүҙе күҙәтә торған манара, Сион-ҡыҙҙың нығытмаһы булған Йәрүсәлим, Хакимлығың һиңә кире ҡайтыр, Йәрүсәлим батшалығын кире алыр».


Шатлан, шатлан, эй Сион-ҡыҙ! Йәрүсәлим-ҡыҙ, ҡыуаныслы ауаздар һал! Ҡара, батшаң килә һиңә табан; Ул – тәҡүә, еңеүсе, тыйнаҡ-күндәм, Ишәккә менгән, бала ишәккә.


Үтеп-һүтеп йөрөүселәр, баштарын сайҡап, Уны мыҫҡыл иттеләр:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ