20 Амус улы Ишағыяһ Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе ебәрҙе: – Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Ашшур батшаһы Санхеривҡа ҡағылышлы доғаңды ишеттем.
Бер мәл Дауытҡа: – Ахиҫофел да Авшалом янында булған фетнәселәр араһында, – тип хәбәр иттеләр. – Эй Раббым, – тине шунда Дауыт, – Ахиҫофелдың кәңәштәрен бушҡа сығар!
Ахиҫофел иһә, кәңәшен тотмағандарын күреп, ишәген эйәрләне лә юлға сыҡты һәм тыуған ҡалаһына, өйөнә ҡайтып китте. Ғаиләһенә васыятын әйткәндән һуң, аҫылынып үлде. Уны атаһының төрбәһенә ҡуйҙылар.
Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө.
– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.
Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.
Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.
Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!
Аллаға былай тип әйтегеҙ: «Ни ҡәҙәр дәһшәтле ғәмәлдәрең! Һин шул тиклем ҡөҙрәтлеһең, Дошмандарың алдыңда бөгөлөп төшөр.
Ул саҡта Раббыға өндәшерһең – Ул һиңә яуап ҡайтарыр; Ярҙам һорап саҡырырһың, Ул: „Мин бындамын“, – тип әйтер. Башҡаларға кейҙергән ҡалыпты емереп ташлаһаң, Бармаҡ төртөп яла яғыуҙан туҡтаһаң;
Улар Мине саҡырғансы уҡ яуап бирермен, Өндәшеп тә өлгөрмәҫтәр, ишетермен.
«Мине саҡыр, һиңә яуап ҡайтарырмын. Һин белмәгән бөйөк серҙәрҙе һиңә әйтермен».
Мине һәр ваҡыт ишетеүеңде беләм, ләкин был һүҙҙәремде ошонда торған кешеләр өсөн, Мине Һинең ебәргәнеңә ышанһындар өсөн әйтәм!
һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.
Корнелиус уға ҡото осоп ҡараны: – Нимә, әфәнде? – Доғаларың һәм хәйер-саҙаҡаларың ҡорбанға һаналып, Алла хозурында ҡабул ҡылынды, – тип яуап бирҙе фәрештә. –