13 Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?
Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды.
Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан берәй ваҡыт ҡотҡара алдымы?
Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың, Һенағтың, Ғиууаның илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни?
Шунан Сөләймән Хамаҫ-Соваға ҡаршы яу асып, уны ҡулға төшөрә.
Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.
Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.
Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.
Был һүҙ Хадрах менән сиктәш Хамаҫ ҡалаһына, Халыҡтары үҙҙәрен аҡыллыға һанаған Тир менән Сидон ҡалаларына ла ҡағыла.
Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ. Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.
Һорҙан Лево-Хамаҫҡа тиклем үткәрегеҙ. Артабан сик Седадҡа тартылыр;