11 Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы?
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»
– Йәһүҙә батшаһы Хизкияһҡа әйтегеҙ, – тине ул. – «Һин өмөт тотҡан Аллаң, Йәрүсәлим Ашшур батшаһының ҡулына төшмәйәсәк», тип һине алдамаһын.
Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?
Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ».