36 Халыҡ өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны.
Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»
Шунан батша һарайы башлығы Хилҡияһ улы Әлъяҡим, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Асаф улы Йоах ҡайғынан кейемдәрен йыртып, Хизкияһҡа барҙылар һәм баш вәзирҙең һүҙҙәрен һөйләп бирҙеләр.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Тилегә тилеләрсә яуап бирмә, үҙең дә шуға оҡшарһың.
Мыҫҡыл итеүсене төҙәтһәң – хурланырһың, яманды шелтәләһәң – үҙеңде мәсхәрәләр.
Йыртыр ваҡыт һәм тегер ваҡыт, Өндәшмәү ваҡыты һәм һөйләшеү ваҡыты бар;
Шуға был заман шул тиклем яман, Хатта аҡыл эйәһе лә телен йотор.
Изге нәмәне эттәргә бирмәгеҙ: улар боролоп үҙегеҙҙе ботарлар. Ынйыларығыҙҙы сусҡалар алдына һипмәгеҙ: уларҙы аяҡтары менән тапап бөтөрҙәр.