Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 18:35 - Изге Яҙма

35 Бөтә был илдәрҙең илаһтарының ҡайһыһы минән илен ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, Раббы нисек Йәрүсәлимде минең ҡулымдан ҡотҡарһын?»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 18:35
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡ өндәшмәне, өнһөҙ ҡалды, сөнки Хизкияһ: «Яуап ҡайтармағыҙ!» – тип бойорғайны.


Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы?


Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бик күп ҡәүемдәрҙе тар-мар итте, ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе,


Тере Алланы мыҫҡыллар өсөн хужаһы Ашшур батшаһы тарафынан ебәрелгән баш вәзирҙең бөтә был һүҙҙәрен, бәлки, Аллаң Раббы ишетер ҙә уны язалар. Шуға күрә иҫән ҡалғандар өсөн доға ҡылһаңсы», тип әйтте, – тинеләр.


Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».


Һөйөклөләрең ҡотолһон тиһәң, Уң ҡулың менән йолоп ал беҙҙе, Беҙгә яуап ҡайтар!


Әммә фирғәүен: – Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


Бына хәҙер мөгөҙ, һыбыҙғы, лира, көснә, арфа, һорнай һәм башҡа уйын ҡоралдары тауышын ишетеү менән, йөҙтүбән ҡапланып, мин ҡуйҙырған һәйкәлгә сәждә ҡылырға әҙер тороғоҙ, әгәр сәждә ҡылмаһағыҙ, һеҙҙе кисекмәҫтән янып торған мейескә ташларҙар – шул сағында ниндәй илаһ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡарыр икән, ҡарап ҡарарбыҙ.


«Мин – Раббы, һинең Аллаңмын. Мысыр еренән һине алып сыҡтым. Һин Минән башҡа алланы белмәҫһең, Минән башҡа ҡотҡарыусың юҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ