29 Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ.
Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша, Ашшур батшаһының һүҙен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –
Хизкияһ һеҙгә: „Раббы беҙҙе һис шикһеҙ ҡотҡарасаҡ, был ҡала Ашшур батшаһының ҡулына эләкмәйәсәк“, – тип әйтеп өмөтләндермәһен».
„Аллабыҙ Раббы беҙҙе Ашшур батшаһы ҡулынан ҡотҡарасаҡ“, – тип Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын. Ул һеҙҙе аслыҡтан һәм сарсауҙан һәләк итмәксе!
Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».
Шунан батша Даниилды алып килергә һәм соҡорға арыҫландар янына ташларға бойорҙо. Ул Даниилға: – Һине үҙең арыу-талыуһыҙ табынған Аллаң ҡотҡара күрһен! – тине.
Ул, Алла йәки изге тип аталған бөтә нәмәгә лә ҡаршы сығып, үҙен уларҙан юғары ҡуйып, Алла йортона инеп ултырыр һәм үҙен Алламын тип иғлан итер.
Ҡанунһыҙлыҡ кешеһе асылғандан һуң, Раббы Ғайса уны ауыҙынан сыҡҡан тын менән үлтерер һәм Үҙе килгән саҡтағы балҡышы менән юҡ итер.