28 Баш вәзир, урынынан тороп, йәһүдсә: – Бөйөк батша, Ашшур батшаһының һүҙен тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –
Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.
Баш вәзир уларға: – Хизкияһҡа еткерегеҙ, – тине. – Бөйөк батша, Ашшур батшаһы, былай ти: «Һин нимәгә өмөтләнәһең?
Әммә баш вәзир: – Хакимым мине был һүҙҙәре бары тик һеҙгә һәм хакимығыҙға ғына һөйләргә ебәргән тиһегеҙме? – тип яуапланы. – Диуарҙар өҫтөндә торған һәм һеҙҙең кеүек үк үҙҙәренең нәжесен ашарға, һейҙеген эсергә мәжбүр буласаҡ һәр кемгә ебәрҙе.
Батша былай ти: «Хизкияһ һеҙҙе алдамаһын, ул һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ.
Ашшур батшаһының хеҙмәтселәре диуар өҫтөндә торған Йәрүсәлим халҡына ҡарап, йәһүд телендә һөрәнләйҙәр. Улар, ҡаланы баҫып алыу еңелерәк булһын өсөн, халыҡтың ҡотон алып, ҡурҡытмаҡсы булалар.
Батшаларҙың батшаһы Артахшастанан Күк Аллаһы ҡанунын өйрәтеүсе Ғөзәйер ҡаһинға сәләм!
Раббы бөйөк! Аллабыҙ ҡалаһында, Үҙенең мөҡәддәс тауында Ул оло маҡтауға лайыҡ!
Уларға һөйлә, әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй йылға-ҡултыҡтарың эсендә ятҡан олоғара аждаһа, Мысыр батшаһы фирғәүен, Мин һиңә ҡаршымын. Һин: „Нил йылғаһы минеке, уны үҙем өсөн яһаным“, – тип әйтәһең.
Мин бик күп халыҡтан сыҡҡан кеүек, шарлауыҡ тауышылай, көслө күк күкрәүендәй тауыш ишеттем. Ул былай тине: – Раббыны маҡтағыҙ! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Раббы Аллабыҙ батшалыҡ итә башланы!