25 Әллә мин был ерҙе тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.
Быға ҡаршы ҡарт: – Мин дә һинең кеүек пәйғәмбәрмен, – тип яуапланы. – Фәрештә миңә Раббының ошо һүҙҙәрен еткерҙе: «Уны өйөңә алып ҡайт, тамағына ашаһын, һыу эсһен», – тине. Ул шулай тип алданы.
Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?
Хилҡияһ улы Әлъяҡим, Шевна һәм Йоах баш вәзиргә: – Беҙ ҡолдарың менән арами телендә һөйләшһәң ине, – тинеләр. – Беҙ ул телде аңлайбыҙ. Йәһүдсә һөйләшмә, сөнки диуарҙар өҫтөндәге халыҡ беҙҙе ишетеп тора.
Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне.
Нехо уға илселәр аша шундай хәбәр ебәрә: «Һинең миндә ни эшең бар, Йәһүҙә батшаһы? Әле мин һиңә түгел, үҙем дошман булған батшалыҡҡа ҡаршы яуға барам. Алла миңә ашығырға ҡуша. Аллаға ҡаршы сыҡма, Ул – минең менән, һине харап итеп ҡуймаһын».
Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?