23 Әйҙә минең хакимым Ашшур батшаһы менән ҡул һуғып килешегеҙ әле. Ул: «Мин һиңә ике мең баш ат бирәм – уларға һыбайлылар таба алырһыңмы икән?» – тип әйтә.
Бынан һуң Бен-Һадад уға: – Самариянан ҡалған саң-туҙан яугирҙәремә ҡуш услап алырға етһә, мине аллаларҙың ҡаты ҡәһәре һуҡһын, – тигән хәбәр ебәрҙе.
– Әгәр солох төҙөшөргә килһәләр, тереләй ҡулға алығыҙ. Алыш менән килһәләр ҙә тереләй ҡулға алығыҙ! – тип бойорҙо Бен-Һадад.
Бәлки миңә: „Аллабыҙ Раббыға ышанабыҙ“, – тип әйтерһегеҙ? Әммә Хизкияһ, ошо Аллағыҙға табыныу ҡалҡыулыҡтарын, ҡорбан усаҡтарын боҙоп ташлап, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә: „Фәҡәт Йәрүсәлимдәге ошо ҡорбан усағы алдында ғына сәждә ҡылығыҙ“, – тип әйтте түгелме?»
Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?
Ике бите янып торған күркәм йөҙлө йәш егетте күреп, Голиаҫ уға мыҫҡыллы ҡараш ташланы.
Яҡыныраҡ кил, – тине. – Хәҙер мин һинең үләкһәңде һауалағы ҡоштарға, ҡырҙағы йәнлектәргә емтек итеп бирәм.