13 Хизкияһ батша хакимлығының ун дүртенсе йылында Ашшур батшаһы Санхерив Йәһүҙәнең бөтә нығытмалы ҡалаларына һөжүм итте һәм уларҙы ҡулға төшөрҙө.
«Ҡайғы Ашшурға – асыуымдың күҫәгенә! Ярһыуымдың таяғы – уның ҡулында!
– Бар, Хизкияһҡа әйт: «Атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: „Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Ҡара, Мин ғүмереңде ун биш йылға оҙайтам.
Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.
Сөнки Самарияның яралары уңалмаҫ, Уның сире Йәһүҙәгә лә килде, Халҡым йәшәгән Йәрүсәлимдең Ҡапҡаларынаса барып етте.