1 Һошеяғ Эла улының Исраилға батшалыҡ итеүенең өсөнсө йылында Йәһүҙә тәхетенә Ахаз улы Хизкияһ ултырҙы.
Йоҫам Ғуззияһ улының Йәһүҙәлә батшалыҡ итеүенең егерменсе йылында Һошеяғ Эла улы Пеҡах Ремалъяһ улына ҡаршы фетнә ойоштороп, уны үлтерҙе лә урынына батша булды.
Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булманы, Аллаһы Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡылды.
Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ата-бабалары янында ерләнде. Уның урынына улы Хизкияһ батша булды.
Ахаздың Йәһүҙәгә батшалыҡ итеүенең ун икенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Һошеяғ Эла улы ултырҙы һәм туғыҙ йыл батша булды.
Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды.
Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше,
Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була.
Тәхеткә ултырғанда Хизкияһҡа егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә егерме туғыҙ йыл батшалыҡ итә. Әсәһе – Авияһ Зәкәрьяһ ҡыҙы була.
Тотош яндырыу тамам булғас, батша һәм уның янындағылар һәммәһе лә теҙ сүгә һәм сәждә ҡыла.
Йәһүҙә батшалары Йоҫам, Ахаз һәм Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙарҙа Морешеҫ кешеһе Михаға Самария һәм Йәрүсәлим хаҡында күренмеш менән Раббы һүҙе булды.