8 Раббы алдарынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең йолаларын тотто һәм Исраил батшалары урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәне.
Ярандары менән кәңәшләшкәндән һуң, Яровғам алтындан ике үгеҙ башмаҡ һыны ҡойҙорҙо һәм халыҡҡа: – Бүтәнсә ғибәҙәт ҡылыр өсөн Йәрүсәлимгә йөрөүҙең кәрәге юҡ, – тип иғлан итте. – Эй Исраил, һине Мысыр еренән алып сыҡҡан аллалар бына ошо.
Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды.
Ахаз батша Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр менән осрашырға Дамаскка барғанында ундағы ҡорбан усағын күрҙе. Был усаҡтың һәр бер үҙенсәлеген сағылдырған өлгө эшләтеп Урияһ ҡаһинға ебәрҙе.
Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы.
Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе.
Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто.
Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Сүлде иһә Ул күл итә, Ҡоро далала шишмәләр урғылдыра.
Уларҙың илаһтарына баш эймә һәм ғибәҙәт ҡылма, был халыҡтарҙың йолалары буйынса эш итмә. Уларҙың илаһтарын юҡ ит һәм табыныу бағаналарын емер.
Раббы былай ти: «Башҡа ҡәүемдәрҙең юлын ҡыумағыҙ, Күктәге улар өрккән билдәләрҙән ҡурҡмағыҙ.
Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».
Әфраим йәберләнгән, хөкөмдән тетрәнгән, сөнки ул юҡ-бар нәмәләр артынан эйәрергә тәүәккәлләне.
Быға тиклем йәшәгән Мысыр ерендәге һәм Мин алып китеп барған Ҡәнғән илендәге халыҡтарҙың ҡылыҡтарын отмағыҙ, уларҙың йолаларын тотмағыҙ.
Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».
Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ.