Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:7 - Изге Яҙма

7 Былар барыһы ла Исраил халҡы үҙҙәрен Мысыр еренән алып сыҡҡан, Мысыр фирғәүене ҡулынан ҡотҡарған Аллалары Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылғанға күрә булды. Улар башҡа илаһтарға табынды,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:7
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймән өлкәнәйгәс, ҡатындары уны башҡа илаһтар артынан әйҙәне. Шуға күрә батша, атаһы Дауыттан айырмалы рәүештә, үҙенең Аллаһы Раббыға бар булмышы менән тоғро булманы.


Авиям атаһының яман юлын ҡыуҙы, ул ҡылған гонаһтарҙы ҡабатланы. Авиям үҙенең Аллаһы Раббыға бөтөн булмышы менән тоғро булған олатаһы Дауыт һымаҡ түгел ине.


Тәхеткә ултырғанда Ахазға егерме йәш ине. Ул Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итте. Ахаз боронғо бабаһы Дауыт батша кеүек булманы, Аллаһы Раббы күҙендә дөрөҫ булмаған ғәмәлдәр ҡылды.


Раббы Исраил халҡы менән килешеү төҙөп уларға: – Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, уларға ғибәҙәт ҡылмағыҙ, хеҙмәт итмәгеҙ, ҡорбан килтермәгеҙ.


Әммә улар ата-бабаларының Аллаһына хыянат итә, Алла уларҙың күҙ алдында һәләк иткән халыҡтарҙың илаһтарына табына башлай.


Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


Әммә тора-бара улар буйһонмай башланы, Һиңә ҡаршы фетнә күтәрҙе, ҡануныңды һанға һуҡманы, Һиңә кире ҡайтырға өгөтләгән пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙе, Һине сикһеҙ хурланы.


Һине хурлаған күршеләребеҙгә Ете ҡат артығыраҡ итеп ҡайтар, бөйөк Хаким!


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Имәндәр араһында, Суҡ япраҡлы һәр ағас аҫтында дәртегеҙ ҡотора. Уйһыуҙарҙа, ҡаялар ышығында Балаларығыҙҙы ҡорбанға килтерәһегеҙ.


Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».


Уларға нәжесләнгәндәре һәм енәйәттәре өсөн шулай эшләнем – уларҙан йөҙөмдө йәшерҙем».


Раббыны Әфраим бик ныҡ ярһытты: Бөйөк Хакимы ул түккән ҡанды үҙенең башына төшөрөр, Үҙен һанламаған өсөн әжерен бирер.


Минең халҡым ағасҡа һорау бирә, Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара! Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы: Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.


Тау баштарында ҡорбан салалар, Ҡалҡыулыҡтарҙа – имән, тирәк, теребинҫ аҫтында Күләгәлә рәхәтләнеп хуш еҫ төтәтәләр. Бына ни өсөн ҡыҙҙарығыҙ фәхешлек итә, Килендәрегеҙ зина ҡыла.


Сөнки мин үлгәндән һуң аҙырығыҙҙы, һеҙгә бойорған юлдан тайпылырығыҙҙы беләм. Ваҡыт үтеү менән, һеҙҙе бәләләр ҡыуып етер, сөнки, Раббы алдында яманлыҡ ҡылып, Уны үҙегеҙҙең эштәрегеҙ менән асыуландырасаҡһығыҙ.


Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ.


Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ