40 Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто.
Раббының: «Былай эшләмәгеҙ!» – тип бойороуына ҡарамайынса, боттарға табындылар.
Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай.
Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне.
Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.
Раббы алдарынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең йолаларын тотто һәм Исраил батшалары урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәне.
«Куш кешеһе – тәненең төҫөн, Ҡаплан үҙенең тиреһендәге таптарҙы үҙгәртә алырмы? Шуның кеүек, яуызлыҡ ҡылырға ғәҙәтләнгәс, Һеҙ ҙә яҡшылыҡ эшләй алмайһығыҙ.
Унда һеҙ кеше ҡулы менән ағастан, таштан яһалған, күрмәгән, ишетмәгән, еҫ һиҙмәгән, ашамаған-эсмәгән илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.