38 Һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе онотмағыҙ, башҡа илаһтарға табынмағыҙ.
Бары тик Аллағыҙ Раббыға ғына табынығыҙ һәм Ул һеҙҙе бөтә дошмандарығыҙҙан ҡотҡарыр, – тигәйне.
Аллағыҙ Раббының һеҙҙең менән төҙөгән килешеүен онотоуҙан, Аллағыҙ Раббы бойорғанса, нимәнелер һынландырған боттар яһауҙан һаҡ булығыҙ.
Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!
Һеҙгә: „Мин һеҙҙең Аллағыҙ Раббы! Үҙегеҙ йәшәгән әмөриҙәр ерендә уларҙың илаһтарына табынмағыҙ!“ – тинем. Һеҙ иһә әйткәндәремде тыңламанығыҙ».