Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:33 - Изге Яҙма

33 Шулай итеп, улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылды, бында күсеп килгәнсе ниндәй ҡәүем араһында йәшәгән булһалар, шул ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса үҙҙәренең илаһтарына ла хеҙмәт итте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:33
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильяс халыҡ алдына сығып баҫты ла: – Ҡасанға тиклем ике арала һылтыҡлап йөрөргә уйлайһығыҙ? Әгәр Алла Раббы икән, Уға эйәрегеҙ; Бәғел Алла булһа инде, уның артынан барығыҙ, – тине. Халыҡ уға бер һүҙ ҙә өндәшмәне.


Шул уҡ ваҡытта улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылдылар. Улар, урындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт итһендәр өсөн, араларынан ҡаһиндар тәғәйенләнеләр.


Бөгөнгә тиклем шулай: һәр кем элекке йолалары буйынса йәшәй, Раббынан ҡурҡмай, Раббы Исраил тип атаған Яҡуптың нәҫеленә үтәргә бойорған ҡағиҙәләрҙе, ҡарарҙарҙы, ҡанун һәм бойороҡтарҙы тотмай.


Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.


Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


Бер кем дә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр; йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


Бер хеҙмәтсе лә ике хужаға хеҙмәт итә алмай: ул йә береһенә нәфрәт тотор, икенсеһен яратыр, йә береһенә тоғро булыр, икенсеһен һанға һуҡмаҫ. Аллаға ла, байлыҡҡа ла бер юлы хеҙмәт итә алмаҫһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ