Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:32 - Изге Яҙма

32 Шул уҡ ваҡытта улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылдылар. Улар, урындағы табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт итһендәр өсөн, араларынан ҡаһиндар тәғәйенләнеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:32
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.


Шулай итеп, ул үҙе тәғәйенләгән ваҡытта – һигеҙенсе айҙың ун бишенсе көнөндә Исраил халҡы өсөн байрам үткәрҙе һәм хуш еҫ төтәтеү өсөн Бейт-Илдә төҙөткән ҡорбан усағына күтәрелде.


Алла бәндәһен дәфен ҡылғандан һуң, улдарына: – Үлгәндән һуң, мине лә Алла бәндәһе янына ҡуйығыҙ, һөйәктәре эргәһенә минең һөйәктәремде лә һалығыҙ, – тине. –


Ошо ваҡиғаларҙан һуң да Яровғам яман юлын ташламаны. Һаман халыҡ араһынан кемде тура килә, шуны табыныу ҡалҡыулыҡтарына ҡаһин итеп бағышлауын дауам итте: кем теләй, шул ҡаһин булып китте.


Баштараҡ улар Раббыға ғибәҙәт ҡылмай ине. Шуға күрә Раббы уларға арыҫландар ебәреп, ул йыртҡыстар кешеләрҙе үлтерә ине.


Әммә һәр ҡәүем үҙенең илаһтарын да яһаны. Үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙа Самария халҡы төҙөп ҡалдырған ғибәҙәтханаларҙа ошо илаһтарҙың һындарын ҡуйҙылар.


Шулай итеп, улар Раббыға ла ғибәҙәт ҡылды, бында күсеп килгәнсе ниндәй ҡәүем араһында йәшәгән булһалар, шул ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса үҙҙәренең илаһтарына ла хеҙмәт итте.


Самарияла йәшәгән ҡәүемдәр Раббыға ла табынды, үҙҙәренең боттарын да онотманы. Уларҙың балалары менән ейәндәре лә бөгөнгә тиклем ата-бабалары һымаҡ йәшәй.


Йошияһ Исраил батшаларының, Раббыны асыуландырып, Самария ҡалаларында эшләгән барлыҡ табыныу ҡалҡыулыҡтарын да Бейт-Илдәге кеүек үк емерҙе.


Зеруббавелға һәм нәҫел башлыҡтарына килеп: – Әйҙәгеҙ, Раббы ҡорамын һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә төҙөйөк, сөнки беҙ ҙә һеҙҙең Аллаға табынабыҙ. Беҙҙе бында килтергән Ашшур батшаһы Эсар-Хаддон дәүеренән бирле һеҙҙең Аллаға ҡорбан килтерәбеҙ, – тинеләр.


Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ