31 ғаууиҙар Нивхаз менән Тартаҡты яһаны, сефарваимдар иһә улдарын, илаһтары Адраммәләх менән Ғанаммәләхкә ҡорбан итеп, утта яндыра торған булды.
Ул-ҡыҙҙарын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙылар, сихыр һәм күрәҙәлек менән шөғөлләнделәр. Раббы хуш күрмәгән бөтә был яманлыҡтарҙы ҡылып, Уның асыуын килтерҙеләр.
Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды.
Бер көндө үҙ илаһы Нисрохтың ҡорамында табынған сағында, улдары Адраммәләх һәм Саресер уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерҙе һәм Арарат еренә ҡасты. Санхерив урынына улы Эсар-Хаддон батша булды.
Өлкә етәксеһе Рехум, кәтип Шимшай һәм уларҙың хеҙмәттәштәре – хөкөмдарҙар, күҙәтселәр, түрәләр; фарсылар, Әрәх, Бабилдан сыҡҡан кешеләр, Шушандан килгән ғеламдар,
Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!
Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.
Һеҙгә белдергән бөтә был бойороҡтарҙы тыңлағыҙ һәм бойомға ашырығыҙ, шул сағында үҙегеҙгә һәм һеҙҙән һуң килгән балаларығыҙға мәңге яҡшы булыр, сөнки һеҙ Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ.
Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.