27 Ашшур батшаһы: – Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһен ебәрегеҙ. Кире ҡайтып, унда йәшәһен һәм иленең Аллаһының ҡанундарын башҡаларға өйрәтһен, – тип бойорҙо.
Шулай уҡ Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарында ғибәҙәтханалар төҙөттө. Унда халыҡ араһынан левиҙәрҙән булмаған кешеләрҙе ҡаһин итеп ҡуйҙы.
Ул Раббы бойороғо буйынса ҡорбан усағына: – Эй усаҡ, усаҡ! Раббы былай ти: «Дауыт нәҫелендә Йошияһ исемле бер ир бала тыуыр. Ул әле һиндә хуш еҫ төтәткән, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хеҙмәт иткән ҡаһиндарҙың үҙҙәрен һинең өҫтөңдә ҡорбанға килтерер һәм һиндә кеше һөйәктәре яндырылыр», – тип белдерҙе.
Ашшур батшаһына: «Һин Самария ҡалаларына һөргән һәм уларҙа төйәкләнергә бойорған ҡәүемдәр был ил Аллаһының ҡанундарын белмәй. Шуға ла Ул арыҫландар ебәрә һәм йыртҡыстар уларҙы үлтерә», – тигән хәбәр барып етте.
Самариянан һөрөлгән ҡаһиндарҙың береһе Бейт-Илгә ҡайтып төйәкләнде һәм Раббыға ғибәҙәт ҡылырға өйрәтә башланы.
Яровғам табыныу ҡалҡыулыҡтарына үҙ ҡаһиндарын тәғәйенләй. Улар Яровғам яһаттырған кәзә тәкәһе, башмаҡ һындарына табына.
Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ.
Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.