Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:24 - Изге Яҙма

24 Ашшур батшаһы Бабил, Куҫа, Ғаууа, Хамаҫ һәм Сефарваим ҡалаларында йәшәгән кешеләрҙе исраилдар урынына күсерҙе. Улар Самария ҡалаларында төйәкләнде һәм уларға хужа булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:24
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллабыҙ Раббы хозурында Сөләймән менән бергә бөтә Исраил – Лево-Хамаҫтан алып Мысыр сигендәге йылғаға тиклем йәшәгән барса халыҡ – ҙур йыйын булып ете көн байрам итте. Ете көн, унан тағы ете көнгә, йәмғеһе ун дүрт көнгә һуҙылған оло бер байрам булды.


Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.


Хизкияһты тыңламағыҙ, сөнки Ашшур батшаһы былай ти: «Минең менән татыулашығыҙ, минең яҡҡа сығығыҙ – һәр берегеҙ үҙенең йөҙөм тәлгәшенән, үҙенең инжир ағасынан ашар, үҙенең ҡоҙоғонан һыу эсер.


Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың, Һенағтың, Ғиууаның илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни?


Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?


Ул көн бөйөк Хаким ҡабат ҡулын һуҙыр, Үҙ халҡынан иҫән ҡалғандарҙы Ашшурҙан, Мысырҙан, Паҫростан, Куштан, Ғеламдан, Шинғарҙан, Хамаҫтан, Диңгеҙ буйындағы ерҙәрҙән кире ҡайтарыр.


Хамаҫ менән Арпад илаһтары ҡайҙа? Сефарваимдың илаһтары ҡайҙа? Самарияны минән ҡотҡара алдылармы ни?


Хамаҫ менән Арпад батшалары, Сефарваим ҡалаһының батшаһы, Һенағ менән Ғиууа батшалары ҡайҙа хәҙер?


Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бөтә илдәрҙе тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе,


– Үтенәбеҙ, беҙҙең өсөн Раббыға ялбар, сөнки Бабил батшаһы Навуходоносор беҙгә ҡаршы һуғыш асты. Бәлки, Раббы элекке һымаҡ мөғжизә күрһәтеп, Навуходоносорҙы сигендерер.


Халдейҙар йәшәгән Бабил иле тураһында Йермеяһ пәйғәмбәргә Раббы һүҙе булды.


Ғайса ошо ун ике илсене нәсихәт биреп юлға оҙатты: – Башҡа ҡәүемдәргә бармағыҙ һәм Самария ҡалаларына инмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ