20 Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.
Әммә Раббы Исраил халҡын йәлләне, Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән төҙөшкән килешеүе хаҡына уларға рәхим-шәфҡәт күрһәтте. Уларҙы юҡ итергә теләмәне, әлеге көнгә ҡәҙәр уларҙан ваз кисмәне.
Шул арҡала Раббының Исраилға асыуы ялҡынланды һәм уларҙы оҙаҡ ваҡытҡа Арам батшаһы Хазаил менән Хазаилдың улы Бен-Һададтың ҡулына тапшырҙы.
Йеһоахаздың ғәскәрендә илле һыбайлы, ун яу арбаһы, ун мең йәйәүле яугир генә ҡалды. Башҡаларын Арам батшаһы аяҡ аҫтындағы тупраҡ кеүек тапап юҡ иткәйне.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.
Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.
Хизкияһ батшалығының дүртенсе, йәғни Исраил батшаһы Эла улы Һошеяғтың етенсе йылында, Ашшур батшаһы Шалманасар Самарияға һөжүм итте һәм ҡаланы ҡамап алды.
Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.
Ул: – Быға тиклем Исраилды хозурымдан нисек алып ташлаған булһам, Йәһүҙәне лә шулай алып ташлаясаҡмын, – тине. – Үҙемә тип һайлап алған ҡала Йәрүсәлимдән дә, «исемем ошонда төйәкләнер» тигән был ҡорамдан да баш тартам.
Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне.
Исраил тоҡомо бөтә сит халыҡтарҙан айырылды. Улар аяғүрә тороп үҙҙәре ҡылған гонаһтарын, ата-бабаларының яҙыҡ эштәрен таныны.
Юҡһа яттар миңә ҡаршы ҡалҡты, Аяуһыҙҙар мине үлтерергә теләй, Улар һанламай Алланы. Села
Шуға уны тиҫкәре булмыштары ихтыярына бирҙем, Үҙ белдегенә йәшәһен, тинем.
Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.
Бөтә Исраил нәҫеле Раббы арҡаһында аҡланыр һәм дан ҡаҙаныр!
Раббы миңә былай тине: – Муса менән Шемуил ҡаршыма баҫып ялбарһа ла, был халыҡҡа күңелем йомшармаҫ ине. Ҡыу уларҙы күҙ алдымдан, китһендәр!
Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».
Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.
Уларҙы „эшкә ашмаған көмөш“ тип атарҙар, Сөнки Раббы уларҙан баш тартты».
Әфраим тоҡомонан булған ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек ҡыуып ебәргән булһам, һеҙҙе лә шулай хозурымдан ҡыуам».
Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым.
Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто, Ир ҡоронда Алла менән алышты,
Диңгеҙселәрҙе ҡот осҡос дәһшәт солғап алды. Улар: – Нишләп улай иттең инде? – тинеләр, сөнки, Юныс һөйләп биргәс, уның Раббы хозурынан ҡасып барғанын белгәйнеләр.
Ләкин Юныс, Раббынан Таршишҡа ҡасып китергә булып, ҡапма-ҡаршы яҡҡа йүнәлде. Яфо ҡалаһына килеп, унда Таршишҡа китә торған карапты тапты. Юл хаҡын түләне лә, Раббынан алыҫҡараҡ китеү өсөн, карапҡа менеп ултырҙы.
Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ!
Был ерҙе Аллаң Раббы Үҙе ҡайғырта: Аллаң Раббы уны йыл әйләнәһенә күҙ уңынан ысҡындырмай.
„Уларҙан Мин йөҙ йәшерәм, – тине. – Һәм күрермен: нисек булыр ахырҙары. Сөнки улар аҙғын быуын, Тоғролоҡто белмәгән балалар.
Улар, Раббы янынан һәм Уның ҡөҙрәтле шөһрәтенән ситләтелеп, язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер.
белегеҙ: ул саҡта Аллағыҙ Раббы ла был халыҡтарҙы алдығыҙҙан ҡыуып ебәрмәҫ. Был халыҡтар һеҙҙең өсөн тоҙаҡҡа, йәтмәгә, ҡабырғаны ярыр сыбыртҡыға, күҙгә керер сәнскәккә әйләнер, һөҙөмтәлә һеҙ Аллағыҙ Раббы бүләк итеп биргән ошо гүзәл ерҙән юҡ булырһығыҙ.
Дан ырыуы кешеләре Михаяһтан тартып алған ботто үҙҙәренә ҡуйҙы. Мусанан тыуған Гершомдың улы Йонаҫан үҙе лә, уның улдары ла һөргөн дәүеренә тиклем ошо Дан ырыуында ҡаһин булды.
Быға асыуланған Раббы исраилдарҙы баҫҡынсылар ҡулына тапшырҙы – тегеләр уларҙы таланы; уларҙы уратып алған дошмандары ихтыярына бирҙе һәм исраилдар дошмандарына ҡаршы тора алмаҫ булды.
Сөнки башбаштаҡлыҡ – сихырсылыҡ кеүек үк гонаһ, тиҫкәрелек – йорт илаһтарына табыныу кеүек әшәкелек. Һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡан өсөн, Раббы һине батша булараҡ кире ҡаҡты.
– Һинең менән ҡайтмайым, – тине Шемуил Шаулға. – Сөнки һин Раббының һүҙен кире ҡаҡҡас, Раббы һине Исраилға батша булыуҙан кире ҡаҡты.
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.