19 Әммә Йәһүҙә халҡы ла Аллалары Раббының бойороҡтарын тыңламаны. Улар ҙа исраилдарҙың яман ғәҙәттәренә эйәрҙе.
Ул Исраил батшаларының юлынан китте, Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрҙе, хатта үҙ улын ҡорбанға килтереп, утта яндырҙы.
Раббы алдарынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең йолаларын тотто һәм Исраил батшалары урынлаштырған ҡағиҙәләр буйынса йәшәне.
Хизкияһ Раббыға тоғро булды, Уның юлынан айырылманы, Раббының Мусаға биргән бойороҡтарын еренә еткереп үтәне.
Халҡымдың иҫән ҡалғандарынан баш тартам, уларҙы дошмандары ҡулына тапшырам. Дошмандары уларҙы талап, үҙҙәренә табыш итер.
Ҡатыны Ахавтың ҡыҙы булғанлыҡтан, Йеһорам, Ахав нәҫеле һымаҡ, Исраил батшаларының юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.
Ахав нәҫеле менән туғанлашҡанға күрә, Ахазъяһ та Ахав йортоноң юлын ҡыуҙы, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылды.
ә атаһының Аллаһына ынтыла, Уның бойороҡтарын үтәй, исраилдарға эйәрмәй.
Йәһүҙәләге ҡалҡыулыҡтарҙа табыныу урындары булдыра, Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәп, йәһүҙиҙәрҙе юлдан яҙҙыра.
ә Исраил батшаларына эйәрҙең. Ахав нәҫеле Исраилды аҙҙырған кеүек, һин Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын сит илаһтарға табынырға өндәнең. Өҫтәүенә, һин ҡустыларыңды, атайыңдың улдарын, үлтерттең, ә улар һинән яҡшыраҡ ине.
Ҡайҙа һуң үҙеңә яһап алған илаһтарың? Башыңа бәлә килгән сағында, Ҡотҡара алһалар, улар тороп килһен. Сөнки ҡалаларың нисәү булһа, Илаһтарыңдың һаны шунса, эй Йәһүҙә!
Һин апайыңдың юлын ҡыуҙың, шуға күрә Мин ҡулыңа уның яза туҫтағын тотторам».
Раббы былай ти: «Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Раббы ҡанунынан ваз кисеп, Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн, Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым. Аталары эйәргән ялған боттар Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.