ІV Батшалар 17:16 - Изге Яҙма16 Аллалары Раббының бөтә бойороҡтарын үтәүҙән баш тарттылар, үҙҙәренә табыныу өсөн ике башмаҡ һыны ҡойоп алдылар, Ашераға ҡолға ҡуйҙылар, күк есемдәренә табындылар, Бәғелгә хеҙмәт иттеләр. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Беҙ нәҙер иткәндәребеҙҙең барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ: Күк алиһәһенә хуш еҫ төтәтеүебеҙҙе, уға түкмә ҡорбан килтереүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Үҙебеҙ ҙә, ата-бабаларыбыҙ ҙа, батшаларыбыҙ һәм түрәләребеҙ ҙә Йәһүҙә ҡалаларында һәм Йәрүсәлим урамдарында шулай эшләй торғайныҡ. Ул ваҡытта туҡ, бәхетле булдыҡ, бәлә-ҡаза күрмәнек.