Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 17:14 - Изге Яҙма

14 Әммә улар тыңламаны, Аллалары Раббыға ышанмаған ата-бабалары кеүек үк тиҫкәре булды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 17:14
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай.


Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.


Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.


Улар – Раббының ғәмәлдәренә шаһит булды, Даръяларҙа Уның мөғжизәләрен күрҙе.


Ата-бабаларыбыҙҙың гонаһтарын таҡма беҙгә. Рәхим-шәфҡәтеңде күрһәтә һал – Беҙ бөтөнләй көсһөҙләнеп киттек.


Раббы Мусаға: – Ҡасанға ҡәҙәр һеҙ Минең бойороҡтарымды һәм ҡанундарымды боҙорһоғоҙ? – тине. –


Раббы тағы: – Күрәм, был халыҡ ифрат тиҫкәре.


Һөт һәм бал ағып ятҡан шул ергә барығыҙ. Әммә һеҙ – тиҫкәре халыҡ, шуға күрә Үҙем һеҙҙең менән бармайым, юҡһа юл ыңғайында һеҙҙе харап итеүем бар.


Әрләнгән һайын нығыраҡ тиҫкәреләнгән кеше – бер көн ҡапыл һәләк булыр, шифа тапмаҫ.


Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,


Шулай ҡыланғанынан һуң да: «Миңә кире ҡайт», – тинем. Әммә ул ҡайтманы. Хаин һеңлеһе Йәһүҙә быны күреп торҙо.


„Үҙен һиңә һатып, алты йыл хеҙмәт иткән ғиври ҡәрҙәшеңде һәр етенсе йыл азат ит; һиңә алты йыл эшләгәс, уны иреккә ебәр“, – тинем. Әммә ата-бабаларығыҙ Мине тыңламаны, ҡолаҡ һалманы.


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


– Эй әҙәм улы, һин фетнәсел халыҡ араһында йәшәйһең. Уларҙың күрер өсөн күҙҙәре бар, әммә күрмәйҙәр; ишетер өсөн ҡолаҡтары бар, әммә ишетмәйҙәр. Сөнки улар – фетнәсел халыҡ.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.


Әгәр һин яуызды киҫәтһәң, ә ул яуызлығын ҡуйып, яман юлын ташламаһа, үҙ ғәйебе өсөн үлер. Һин иһә үҙ йәнеңде ҡотҡарып ҡалырһың.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Әммә уларҙы саҡырыуҙары булды – Минән киттеләр, Бәғелдәргә ҡорбан салдылар, Боттарға хуш еҫ төтәттеләр.


– Тиҫкәре халыҡ! – тине Стефанус. – Сөннәтте ҡабул итһәгеҙ ҙә, йөрәктәрегеҙ ҙә, ҡолаҡтарығыҙ ҙа бикле! Һеҙ, аталарығыҙ кеүек үк, Изге Рухҡа һәр ваҡыт ҡаршы киләһегеҙ.


Шуға ҡарамаҫтан, һеҙгә ҡуналҡаға туҡтар урын эҙләп һәм барыр юлығыҙҙы күрһәтеп, алдығыҙҙан төндә утта, көндөҙ болотта барған Аллағыҙ Раббыға ышанманығыҙ.


Сөнки мин һеҙҙең ниндәй тиҫкәре һәм фетнәсел булыуығыҙҙы беләм. Әле мин иҫән, арағыҙҙа саҡта Раббыға буйһонмайһығыҙ, ә мин үлгәндән һуң нимә булыр?


Раббы миңә тағы: «Күреп торам, был халыҡ ысынлап та тиҫкәре, – тине.


Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ