12 Раббының: «Былай эшләмәгеҙ!» – тип бойороуына ҡарамайынса, боттарға табындылар.
Ахав та, Раббы исраилдар алдынан ҡыуып ебәргән әмөриҙәр кеүек боттарға табынып, күп әшәкелектәр ҡылды.
Раббы уларҙың алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәр кеүек, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хуш еҫ төтәттеләр һәм Раббының асыуына тейә торған яман эштәр ҡылдылар.
Әммә улар быға ҡолаҡ һалманы, үҙҙәренең элекке йолаларын тотто.
– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.
Башҡа илаһтарға табынмағыҙ, сөнки Раббының исеме – Көнсөл, Ул көндәштәрҙе түҙмәй.
Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.
Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
Һеҙ Аллағыҙ Раббыға бындай бер нәмә лә эшләргә тейеш түгелһегеҙ.
Был илдә һаман ҡала килгән халыҡтар менән ҡатнашмағыҙ. Уларҙың илаһтарын саҡырмағыҙ һәм илаһтарының исемдәре менән ант итмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ һәм табынмағыҙ.