10 Бөтә түбәләрҙә һәм һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында табыныу бағаналары, Ашера хөрмәтенә ҡолғалар ҡуйылды.
Улар ҙа һәр бер ҡалҡыулыҡта, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында үҙҙәренә ялған илаһтарға ғибәҙәт ҡылыу урындары төҙөнөләр, табыныу бағаналары һәм Ашераға бағышлап ҡолғалар ҡуйҙылар.
Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан салды һәм хуш еҫ төтәтте.
Раббы уларҙың алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәр кеүек, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хуш еҫ төтәттеләр һәм Раббының асыуына тейә торған яман эштәр ҡылдылар.
Ҡарағыҙ, һеҙ барған ерҙә йәшәүселәр менән килешеү төҙөшмәгеҙ – был һеҙгә тоҙаҡ буласаҡ!
Уларҙың ҡорбан усаҡтарын емерегеҙ, табыныу бағаналарын ватығыҙ, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларын ҡырҡып ташлағыҙ.
Илдәрен боттар менән тултырҙылар; Бармаҡтары әүәләгән, үҙ ҡулдары яһаған Һындар алдында сәждә ҡылалар.
Имәндәр араһында, Суҡ япраҡлы һәр ағас аҫтында дәртегеҙ ҡотора. Уйһыуҙарҙа, ҡаялар ышығында Балаларығыҙҙы ҡорбанға килтерәһегеҙ.
Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Раббы миңә былай тине: – Хыянатсыл Исраилдың нимәләр эшләгәнен күрҙеңме? Ул, һәр бер бейек тауға, суҡ ботаҡлы ағас аҫтына барып, уйнаш итте.
Мин бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.
Үҙегеҙгә боттар һәм һындар яһамағыҙ, табыныу бағаналары торғоҙмағыҙ, биҙәкле таштар ҡуймағыҙ, сөнки Мин Аллағыҙ Раббымын.
Ашераның ҡолғаларын ҡырҡып ташлармын, Ҡалаларыңды ер менән тигеҙләрмен.
Аллаң Раббының ҡорбан усағы янына алиһә Ашераға атап бер ниндәй ҙә ҡолға ҡуйма.
Шулай уҡ табыныу бағаналары ла торғоҙма, сөнки Аллағыҙ Раббы быны күрә алмай.