Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 16:9 - Изге Яҙма

9 Ашшур батшаһы Ахаздың үтенесен тыңланы һәм, ғәскәре менән Дамаскка һөжүм итеп, уны яулап алды, халҡын Ҡыйр ҡалаһына һөргөнгә ҡыуҙы, ә Ресинды үлтерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 16:9
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бен-Һадад Аса батшаның тәҡдимен тыңлай һәм үҙенең ғәскәр башлыҡтарын Исраил ҡалаларына ҡаршы яуға ебәрә. Улар Ғиййонды, Данды, Авел-Майимды һәм Нафтали ерендәге келәт ҡәлғәләрҙе баҫып ала.


Ахаз Раббы ҡорамында, үҙ һарайында һәм түрәләрҙә булған хазиналарҙы алып Ашшур батшаһына бирә, әммә бының файҙаһы теймәй.


Быларҙы күреп, Раббы Алла уны арамиҙар батшаһы ҡулына тапшыра. Улар Ахазды еңә һәм, күптәрҙе әсирлеккә алып, Дамаскка алып китә. Бынан тыш Раббы Ахазды Исраил батшаһы ҡулына тапшыра, һәм Ахаз уның тарафынан ныҡ ҡыйратыла.


Калне Каркемиш кеүек түгелме? Хамаҫты Арпадтай тар-мар итмәнекме? Самарияның ахыры Дамасктыҡына оҡшамағанмы?


Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.


Ғеламдар, уҡ-һаҙаҡ алып, Һуғыш арбаларында ла, һыбайлап та килә. Ҡыйр халҡы ҡалҡандарын күтәргән!


Ысынлап та, эй Раббы, Ашшур батшалары бөтә илдәрҙе тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен бушлыҡҡа әйләндерҙе,


Әммә сабый ямандан баш тартып, яҡшыны һайлар йәшкә еткәнсе, һине ҡурҡыуға һалған был ике батшаның ерҙәре ташландыҡ ҡалыр.


«Кирбес йорттар йығылған икән, Шымартылған таштан һалырбыҙ; Ҡырағай инжир ағастары ҡырҡылған икән, Кедрға алмаштырырбыҙ».


Шуға Раббы Ресиндың дошмандарын күтәрҙе, Уға ҡаршыларҙы ҡотортто.


«Эй исраилдар, һеҙ Минең өсөн Куш кешеләренә бәрәбәр, – ти Раббы. – Исраилдарҙы – Мысырҙан, Пелештиҙәрҙе – Кафторҙан, Арамиҙарҙы Ҡыйрҙан сығарған Мин түгелме?»


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ