Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 16:7 - Изге Яҙма

7 Ахаз Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәргә: «Мин һинең ҡолоң һәм улыңмын. Зинһар, кил, миңә һөжүм иткән Арам менән Исраил батшалары ҡулынан ҡотҡар», – тип илселәр күндерҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 16:7
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Әйткәнеңсә булһын, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы уға Ахав. – Үҙем дә, булған бөтә нәмәм дә һинеке.


Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.


Раббы һәр саҡ Хизкияһ менән булды, шуға күрә ниндәй эшкә тотонһа ла, ул уңыш ҡаҙанды. Хизкияһ башҡаса Ашшур батшаһына хеҙмәт итергә теләмәйенсә, баш күтәрҙе.


Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.


Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә,


Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп, Ахазға ярҙам итер урынға, уны ҡыҫырыҡлай башлай.


Йә Раббы, халҡыңды – Яҡуп нәҫелен ташланың. Улар көнсығыштың күп йолаларына эйәрҙеләр. Пелештиҙәр һымаҡ күрәҙә итәләр, Сит-яттар менән ҡул ҡыҫышалар.


Һин үҙеңә дуҫ булырға өйрәткән әҙәмдәрҙе Раббы һиңә хакимлыҡ итергә ҡуйһа, ни әйтерһең? Шунда һин тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазапланмаҫһыңмы?


Раббы былай ти: «Өмөтөн әҙәм затына бағлаған, Фани бәндәнең көсөнә ышанған, Йөрәге Раббынан ситкә боролған кеше ләғнәтле.


Күҙ талдырып бушҡа ярҙам көттөк; Беҙҙе ҡотҡара алмаҫ ҡәүемде Манаранан күҙләп юҡҡа өмөтләндек.


Һин ашшурҙар менән дә зина ҡылдың, ләкин туйманың; уйнаш иттең, әммә ҡәнәғәтләнмәнең.


Ашшур улдарына, түрәләр һәм башлыҡтарға, баштан-аяҡ ҡоралланған, атҡа атланған яугирҙәргә, барса сибәр егеттәргә йән атты.


Оһола, Минеке була тороп та, фәхешлеген ташламаны, ашшурҙарға – һөйәрҙәренә – йән атты.


Доға һүҙҙәрен алып, Раббыға ҡайтығыҙ. Уға: «Һәр ғәйебебеҙҙе кисерә күр – Яҡшылығыбыҙҙы ҡабул ҡыл! Беҙ һиңә вәғәҙә биргәнебеҙсә, Ҡорбанға тип үгеҙҙәр салырбыҙ.


Әфраим аңһыҙ, алйот күгәрсен һымаҡ булып, Йә Мысырҙы саҡыра, йә Ашшурға китә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ